Белеүегеҙсә, "РӘХМӘТ-2024" акцияһы Башҡортостанда 2024 йылдың 15 мартынан 17-һенә тиклем өс көнлөк һайлауҙар ваҡытында уҙғарыла. Бүләк фонды исемлегендә - смартфондар, ноутбуктар, кофемашиналар, электросамокаттар, сертификаттар һәм башҡа бик күп ҡиммәтле бүләктәр. Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн һайлау участкаһынан сыҡҡанда билет алырға, билеттың һигеҙ һанлы QR-кодын сканер аша үткәрергә һәм уны рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк.
Иҫке Собханғол ауылының 1660-сы һайлау участкаһында Бөрйән районы ирекмәндәре Нурсилә Ишниязова менән Мәүсилә Йәмғурсина "Рәхмәт" акцияһы билетының QR-кодтары менән дөрөҫ файҙаланырға өйрәтеп, тауыш биреүселәргә тарата. Рәсәй Президентын һайлауҙа һәр ҡатнашыусы ошо акцияла ҡатнаша ала. Бүләктәр көнөнә ике тапҡыр уйнатыласаҡ. Еңеүселәр һәм отҡан бүләктәр тураһында бөтә мәғлүмәт акция сайтында урынлаштырыласаҡ.
Һайлаусылар ағымының һәм акцияла ҡатнашыусыларҙың күп булыуы сәбәпле илдә «Рәхмәт102.рф» сайтының тотҡарлыҡ менән эшләүе хаҡында хәбәр иткәйнек.