Һайлауҙар
15 Март 2024, 06:01

«Рәхмәт102.рф» сайты тотҡарлыҡ менән эшләй башланы

Башҡортостанда халыҡтың күпләп теркәлеү үтеүенән «Рәхмәт102.рф» сайты тотҡарлыҡ менән эшләй башланы. 15 мартта иртән Башҡортостандың һайлау участкаларында Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш бирергә теләүселәрҙең күп булыуы күҙәтелә. Республика халҡы өс көнлөк тауыш биреүҙең беренсе көнөндә үк гражданлыҡ бурысын үтәүҙе һәм президентлыҡҡа кандидат өсөн тауыш биреүҙе өҫтөн күрә.

«Рәхмәт102.рф» сайты тотҡарлыҡ менән эшләй башланы«Рәхмәт102.рф» сайты тотҡарлыҡ менән эшләй башланы
«Рәхмәт102.рф» сайты тотҡарлыҡ менән эшләй башланы

Башинформ мәғлүмәтенә ярашлы, ике сәғәт эсендә генә унда 45 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Акцияны ойоштороусылар һөйләүенсә, әгәр һеҙ номерығыҙҙы теркәргә теләйһегеҙ, ә сайт хата ебәрә икән, бер нисә тапҡыр битте асырға, шулай уҡ үҙегеҙҙең теркәү мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерергә кәрәк. Билет теркәгәндә бөтә (!) юлдарҙы тултырырға кәрәк, күп кенә хәбәрҙәр билет теркәгәндә фамилияһын йәки исемен яҙмағандан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, номерҙарҙы теркәү һәм бүләктәр уйнатыу тауыш биреү барған өс көн дауамында барасаҡ.

Автор:
Читайте нас