Бөтә яңылыҡтар
Ял
22 Сентябрь 2023, 11:21

ТЕСТ: Һеҙгә кешеләр менән, ә уларға һеҙҙең менән аралашыу еңелме?

Яуаптарҙы дөйөмләштереп, һығымталар менән танышығыҙ:

Күпселек яуаптар “А”. Был һеҙҙең кешеләргә ҡарата мөнәсәбәтегеҙҙең тәү сиратта уларҙың хәленә бәйле булыуын күрһәтә. Үҙегеҙгә ҡарата юғары талаптар ҡуяһығыҙ, шуға күрә даими күңел көсөргәнешлеге кисерәһегеҙ. Был тормошта һиҙелерлек дәрәжәгә өлгәшергә ҡамасаулай. Мөмкинлектәрегеҙгә һәм өҫтөнлөктәрегеҙгә ҡарап үҙегеҙгә мөнәсәбәтегеҙҙе үҙгәртергә кәрәк.

Күпселек яуаптар “Б”. Һеҙгә снобизм элементтары (шәхестең үҙен йәмғиәттең юғары ҡатламдары вәкиле итеп күрһәтергә ынтылышы, шулай уҡ был йәмғиәткә инеү ынтылышы) хас, әммә улар артыҡ түгел. Ҡайһы берҙә һеҙҙә тәкәбберлек өҫтөнлөк итә һәм тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе ҡатмарлаштыра. Шулай ҙа һеҙҙең дуҫтарығыҙ бар, улар, ғәҙәттә, һеҙҙең етешһеҙлектәрегеҙгә иғтибар итмәй.

Күпселек яуаптар “В”. Тирә-яҡ мөхиттә һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ. Йәмғиәттә һеҙҙән юғарыраҡ урын биләүселәр менән еңел аралашаһығыҙ, сөнки был тигеҙһеҙлеккә ҙур әһәмиәт бирмәйһегеҙ. Моғайын, кешеләр һеҙгә тартылалыр. Тирә-яҡтағыларҙың һеҙҙең турала  фекерен артыҡ һанға һуҡмайһығыҙ. Бәлки, ҡайһы саҡта уларҙы ла тыңларға кәрәктер?

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: