Бөтә яңылыҡтар
Ял
1 Апрель 2023, 06:44

Робот-охранник..... Юмористика.

Элекке заманда мәктәптә, балалар баҡсаһында, театрҙа ишек төбөндә вахтерҙар (ҡарауылсылар) ултыралар ине. Күберәген пенсия йәшендәге оло кешеләр, улар шунда эшләгән бар кешеләрҙе үҙ итеп бөткәндәр, һәр ҡайһыһына исемләп, ҙурлап өндәшеп, хәлдәрен белешеп торғандар.

Робот-охранник..... Юмористика.
Робот-охранник..... Юмористика.

Һәр кем үҙенең йәмғиәттә торған урыны, вазифаһы буйынса хөрмәтле булған. Донъялар үҙгәреүе, бөтә илдәрҙә террактар күп булғас, элекке ҡарауылсы, вахтер әбей, бабайҙарҙы хәрби кейемдәге охранниктар алмаштырып бөттө. Ә ул охранник тигәндәре, робот кеүектәр, улар ҡағыҙға яҙылған ҡағиҙәләр буйынса ғына эшләйҙәр, кешелек сифаттары юҡ һымаҡ. Ҡайҙа тәғәйенләйҙәр, шунда барып ултыралар, минеңсә ысынлап бер-бер хәл булһа(Хоҙай ҡушмаһын) ул охранниктар урындарынан да ҡуҙғалмай телевизор йәки телефондарына текләп ултырырҙар ул.

Шундай моңһоҙ, кергән-сыҡҡан кешеләрҙең исемен түгел, шул берләшмәлә эшләгәндәрҙе лә танымайҙар.Бәлки роботтар яҡшыраҡ булыр, сөнки уларҙан төрлө еҫтәр сыҡмаҫ, бөтә ергә һатып доширак ашамаҫ, аҡыртып телефон ҡарап ултырмаҫ ине...

Бына шундай бер робот-охранник Марат Мансуровты туҡтата иртән театрға кереп ингәндә.

Охранник: -А Вы к кому пришли?-тип һорай.

Марат Мансуров ошо театрҙа инде 25 йыл эшләй, баш режиссер вазифаһында. Ә был мәлғүн, к кому пришли, ти бит әле. Марат ағайҙың кәйефе күтәренке, шуға шаяртырға булды.

-Я к Марату Мансуровичу, главному режиссеру театра пришел, можно пройти?-ти.

Охранник: -Вон, там внутренний номер, позвоните,-ти.

Звонить иткән була Марат ағай: -Трубку не берёт, ти.

Охранник: -По театру шастается наверное, никогда на месте не сидит, позвоните на сотовый-ти.

Марат ағай: -Извините, а Вы не смогли бы позвонить со своего телефона, а то у меня на телефоне денег нету.

Охраникка үҙенең телефон номерын әйтә, тегеһе эре генә телефонын алып шылтырата. Шул саҡ Марат Мансуровтың кеҫәһендә телефон шылтырай, ул ала ла: -Да, слушаю, у аппарата Марат Мансурович,-ти.

Шул саҡта охранниктың йөҙөн күрһәгеҙ, тәгәрәп ятып көлөр инегеҙ. Үҙен шулай алдағандарын, мәрәкәләгәндәрен аңлағас: -Что Вы так шутите, Я ведь взрослый человек, разве так делают, а еще главный режиссер, совести у Вас нету, -ти.

Марат Мансуров: -Да, Я пошутил, но почему Вы работаете здесь охранником и незнаете меня в лицо - тине лә , көлә-көлә инеп китте театрға.....

Автор:Лена Шәйәхмәтова
Читайте нас: