Бөтә яңылыҡтар
10
Йүнселлек
27 Март , 16:10

Бишбармаҡтары тәмле лә, сифатлы ла

Һуңғы ваҡытта район баҙарында ғына түгел,  магазин кәштәләрендә лә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең артыуы күҙәтелә. Ауыл хеҙмәтсәндәре ит, һөт ризыҡтарынан тыш, ҡамыр ризыҡтарын да ихлас тәҡдим итә. Иҫке Собханғолдан Фәнүзә Байбурина әҙерләгән сифатлы продукция – бишбармаҡ та район халҡы араһында һорау менән файҙалана.

Бишбармаҡтары тәмле лә, сифатлы ла
Бишбармаҡтары тәмле лә, сифатлы ла

-Иң тәүҙә билмән, манты эшләргә хыялландым. Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт иткән саҡта туҡмас эшләү буйынса эш асырға тәҡдим иттеләр. Район хакимиәтендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә минең башланғысымды хупланылар. Документтар йыйыуҙа әллә ни ҡыйынлыҡтар булманы. Финанс ярҙамды ҡамыр баҫыу, йәйеү, ҡырҡыу ҡорамалдары алыуға тотондом, - ти Фәнүзә Батыр ҡыҙы.

Аш-һыуға оҫта ханымдың уй-ниәтен тормошҡа ашырыуҙа яҡындары ла тырыша. Тормош иптәше туҡмас киптереү өсөн ҡатлы кәштәләр яһап биргән, улдары ла ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итә. Шулай итеп, ул үҙ эшен булдырып, бишбармаҡ, туҡмас ҡырҡып, уны һатыуға сығара башлай.

Фәнүзә Батыр ҡыҙы әҙерләгән тәмле ризыҡты һатып алыусылар яйлап арта, заказ биреүселәр күбәйә. Хәҙер уның туҡмастарын район үҙәгендәге барлыҡ магазиндарҙа ла тиерлек табырға була. Шулай уҡ Байназар, Килдеғол, Яңы Собханғол, Яуымбай, Әбделмәмбәт, Мәһәҙей, Исламбай ауылдарындағы магазиндарға ла тарата.

-Тәүҙәрәк, ҡул менән эшләгән мәлдә, көнөнә 6 килограмм тирәһе туҡмас йәйә инем. 2021 йыл башында ҡорамалдар һатып алғас, эш күләме лә артты. Техника боҙолмай тормай. Ҡорамалдар сафтан сыҡҡас, кредит алып, әле ҡулланып йөрөгәндәрен Төркиәнән алдырҙыҡ. Хәҙер көнөнә, ярҙамсым булыуға ҡарап, 40-70 килограмм тирәһе туҡмас етештерәбеҙ. Бишбармаҡты иптәшем эшләп биргән ҡулайлама ярҙамында ҡул менән ҡырҡам, - ти эшмәкәрлеге район хакимиәте башлығының рәхмәт хаты менән баһаланған Фәнүзә Байбурина.

-Районда бишбармаҡ етештереү менән тәүгеләр рәтендә шөғөлләнә башланыҡ. Әлбиттә, ҡыйынлыҡтар ҙа булып ала, әммә беҙ бирешмәҫкә тырышабыҙ. Сертификат алдыҡ. Халыҡ продукция менән ҡәнәғәттер тип уйлайым, сөнки магазиндарҙа оҙаҡ ятмай, һатып алыусылар ҙа рәхмәт һүҙҙәрен, ыңғай баһаларын еткереп тора. Ә был бик мөһим – артабан да тырышып эшләргә көс-дәрт һәм теләк бирә.

Туҡмастарымды Өфөгә, Архангелгә, Силәбегә, Мәскәүгә алып китәләр, хатта Дубайға күстәнәс итеп ебәргәндәр. Нигеҙҙә, байрамдарға, аят, ифтар аштарына, шәжәрә йыйындарына күпләп килеп алалар. МХО-ға ла ебәрҙек. Мөмкинлеккә ҡарап, билмән, мантылар ҙа эшләйбеҙ, - ти эшҡыуар.

Исламбай ауылы ҡыҙы тормош иптәше менән 3 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғаилә башлығы нефть һәм газ ҡорамалдары ремонтлаусы слесарь булып эшләй. 20 йылдан ашыу Себер тарафтарында йөрөгән Владислав үҙ эшенең оҫтаһы – йыл да иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр иҫәбендә. Оло улдары Эдуард та атаһы менән бергә. Данил Өфө урман техникумының 3-сө курсында уҡый. Буласаҡ геодезист ҡурайҙа уйнарға ярата. Төпсөктәре Артем 7-се класта белем ала. Ул көрәш менән мауыға, республика ярыштарында ҡатнаша.

Башланғысын хуплап, һәр яҡтан ярҙам итергә әҙер яҡындары булған тырыш, егәрле ҡатын донъяһын да гөрләтеп көтә, оло йәштәге әсәһен дә матур итеп тәрбиәләй, үҙен дә ҡарарға өлгөрә.

-Киләсәктә эшебеҙҙе киңәйтергә, цехты ҙурайтырға ниәтләйбеҙ, - тип пландары менән уртаҡлашты Фәнүзә Батыр ҡыҙы.

Күңеленә оҡшаған үҙ эшен, үҙ һатып алыусыларын тапҡан эшлекле ханымға уңыштар һәм пландарының бойомға ашыуын теләйбеҙ!

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: