Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
20 Октябрь , 14:15

Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде

Хәҙерге заманда ҡунаҡ саҡырам тиһәң, көндәр буйы плитә эргәһендә тормай ғына ла бынамын итеп әҙерләнеү мөмкинлеге бар. Уның ҡарауы ҡунаҡтарың йыйылғас, өҫтәл артына хәлдән тайып, арып барып ултырмайһың. Күп ҡатын-ҡыҙҙар һуңғы арала әҙер бәлештәргә, торттарға, хатта тулыһынса һыйлы өҫтәл әҙерләүгә лә заказдар бирә. Ә заказдарҙы алыусы гүзәл заттарға ярҙам да итә, үҙенә табыш алыуға ла өлгәшә.

Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде

Районда ундай хеҙмәттәр күрһәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе Иҫке Собханғолда йәшәүсе Ләйсән Йәнбирҙина. Ул ике йыл тирәһе заказға сәк-сәк, урама, бәлештәр бешереп һата. Бәлештәре лә төрлөлөгө менән айырылып тора: алманан, эремсектән, “Фәрештәнең күҙ йәше”, “Сникерс”, “Ҡыҙыл бәрхәт” тип аталғандары ҙур һорау менән ҡуллана.

Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: