Район халҡы өсөн кафе асыу хыялы әллә ҡасандан тынғы бирмәй Әлиә менән Нурулло Бабаевтарға. Әлиә – Иҫке Мөсәт ауылы ҡыҙы, Нурулло Таджикистан республикаһының Худжанд ҡалаһынан. Йәш пар 2013 йылда ғаилә ҡороп, хәҙер 4 балаға атай-әсәй булып та өлгөргәндәр. Быға тиклем үҙҙәренең аш-һыуҙары менән район һабантуйҙарында, йәрминкәләрҙә ҡатнаша улар. Быйыл, кафе өсөн ҡорамалдар һатып алыуға адреслы социаль ярҙам алыуға өлгәшкәс, хыялдарын тормошҡа ашырып, Иҫке Собханғол урамының Мунса тыҡрығында бина арендалап, хәләл кафе асып ебәргәндәр.
“Эшләүебеҙгә 3 көн генә булһа ла, кафеға килеүселәр күп кенә. Хаҡына ҡарамай, сифаты яҡшы булған ризыҡтар ғына алдырабыҙ. Шуғалырмы, килеүселәр барыһы ла маҡтап, риза булып сығалар. Менюла плов, шешлек, сәй, кофе, икмәк, балалар өсөн корн-дог, поп-корн, шәкәр мамығы, һөттән коктейлдәр, йомшаҡ туңдырмалар һәм башҡа ризыҡтар бар. Балаларҙың тыуған көндәрен, байрамдарын беҙҙә үткәрергә була. Хаҡтар “тешләшмәй”, - ти булдыҡлы пар.
Кафеға тәүгеләрҙән булып килеүсе Хәсән хәҙрәт Зарипов:
- Район үҙәгенә килһәң, ҡайҙа барып ашарға белмәй йөрөгәндә, хәләл кафеның булмауы эсте бошора ине. Ҡунаҡтар килһә, ҡайҙа алып барып ашатырға тип аптырап ҡала инек. Йәштәр йөрьәт итеп асҡандар икән, бик хуп. Бындай кафе Бөрйәндә кәрәк. “Кәүсәр” кафеһы беҙҙең яратҡан урын булыр тип уйлайым. Башланғыс бар, киләсәктә киңәйеп, эшләп алып китерҙәр тигән өмөттәмен.