Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
11 Июль , 12:15

Уңғандар юлын таба

“Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра” тигән әйтемде йүнселдәр яҡшы аңлай. Әмәлгә ҡалғандай, быйыл урман-ҡырҙарҙа еләк-емеш һәләк уңды. Уңғандар, тырыштар ошо мәлде файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа төрлө еләк ҡайнатмалары әҙерләп, хатта һатып, аҡса эшләргә лә өлгөрә.

Уңғандар юлын таба
Уңғандар юлын таба

Мораҙым ауылынан Миңзәлә Моратшина йыл да емеш-еләк менән һатыу итә. Әле лә баҙарҙа үҙе алып килгәндәрен һатып бөтөп, ҡалғандарға булышып йөрөгән мәле.

- Быйыл емеш-еләк мул, шөкөр. Елкәң генә ҡалын булһын. Һәр емеш-еләктең үҙ ваҡыты. Июндә турғай еләге һатҡайным, әле шартый йыйып һатам. Тиҙҙән генә көртмәле ваҡыты етә, - ти уңған еләксе.

Быйыл еләк һатып 20 мең һумға яҡын аҡса эшләп тә өлгөргән ул. Һатып алыусылар үҙен күптән танып бөткән, алдан әйтеп ҡуялар икән. Заманға яраҡлашып, аҡса эшләү юлын тапҡан Миңзәлә апайҙан өлгө алырлыҡ.

Еләк һатыусыларҙан тыш, баҙарҙа һөт-ит ризыҡтары һатыусылар ҙа етәһе. Баҙар гөрләп тора. Быйылғы хаҡтарға күҙ йүгертеп үтәйек:

Турғай еләге 5 л – 3 мең һум,

Шартый 5 л – 1300-1500 һум,

Ҡорот 1 кг – 300 һум,

Ҡыҙыл эремсек 1 кг – 400 һум,

Ыҫланған ҡорот (1 баш) – 100 һум,

Май 1 кг – 800 һум,

Шыйыҡ ҡорот 1,5 л – 250 һум,

Кәзә ҡымыҙы 1,5 л – 250 һум,

Ҡаймаҡ 0,5 л – 350-400 һум,

Һөт 1,5 л – 120 һум,

Йоморо икмәк – 150 һум, буханка – 100 һум.

Уңғандар юлын таба
Уңғандар юлын таба
Уңғандар юлын таба
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: