Был эшкә тотонор алдынан егет ныҡлап уйлай һәм төплө фекергә килә – төҙөлөш материалдарына ихтыяж һәр саҡ буласаҡ, конкуренттар ҙа күп түгел. Етди ҡарар ҡабул итеп, бар дәрт-дарманын, тырышлығын эшкә егеп, 2021 йылда үҙ эшен асып ебәрә. Махсус ҡорамалдар һатып алып, цемент менән ҡырсындан тимер-бетон ҡулсалар, бағаналар, бут, блоктар етештерә башлай.
Халыҡтың хәҙер матур йәшәргә тырышыуын, биләмәләрен төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар биреүен иҫәпкә алып, тротуар өсөн плитка һәм бордюрҙар ҙа эшләргә ҡарар итә. Уларҙы етештереп кенә ҡалмай, ярҙамсыһы менән барып клиенттарының ҡапҡа эстәренә һалып та бирәләр.
“Цементты район эшҡыуарҙарынан һатып алам. Ҡырсын да үҙебеҙҙеке. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе үҙебеҙҙе лә, халыҡты ла ҡыуандырһын өсөн тик сифатлы материалдар етештерәбеҙ. Әлегә тиклем эшебеҙ өсөн тик ыңғай баһа ғына алдыҡ, артабан да шулай булыр тип ышанам”, – ти егет.
Бөрйән уҙаманының эше район халҡы араһында киң ҡулланыш тапһын, ырамлы булһын.