Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
21 Март 2023, 10:37

Балталары семәрле

Балта-бысаҡтарында башҡорт орнаменттарын, милләтебеҙгә бәйле легендаларҙағы баш бүрене күрергә мөмкин. Хатта ҡайһы бер балталарында шиғри юлдар ҙа бар...

Балталары семәрле
Балталары семәрле

Айгиз Ишморатов — Бөрйән районы Яңы Усман ауылы егете. Бәләкәйҙән, һәр ауыл малайы кеүек үк, утын ярып, бесән сабып, көрәк, балта, сүкеш һәм башҡаһын ҡулынан төшөрмәй үҫә. Билдәле, тимер-томор, техника менән дә ҡыҙыҡһына. Ир-егеттең иң кәрәкле эш ҡоралдарын бала саҡтан белеп, тотоп үҫкәнгәлер ҙә бөгөн дә ҡыҙыҡһыныуын ташламай.

Айгиз вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Ялға ҡайтҡан мәлендә, көнөн бушҡа үткәрмәҫ өсөн, үҙенең оҫтаханаһына йүнәлә. Бар фантазияһын йыйып, семәрләп балталар, бысаҡтар эшләй. Хатта улар өсөн махсус ҡумта эшләп, бүләк тә әҙерләй. Балта-бысаҡтарында башҡорт орнаменттарын, милләтебеҙгә бәйле легендаларҙағы баш бүрене күрергә мөмкин. Хатта ҡайһы бер балталарында шиғри юлдар ҙа бар. Ҡайһы саҡ беләҙек, балдаҡ та эшләп маташа ул.

—Заказға ла эшләйем. Ваҡыт ҡына тарыраҡ,—ти Айгиз.

Кәсепле кеше—бәхетле кеше, тиҙәр. Айгиз үҙ кәсебенә күберәк ваҡыт бүлеп, ныҡлап тотоноп китһә, бәлки, ҡырға йөрөп эшләүенең кәрәге лә ҡалмаҫ ине... Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Сығанаҡ: Атайсал гәзите

Балталары семәрле
Балталары семәрле
Балталары семәрле
Балталары семәрле
Автор:Резеда Вәлиева
Читайте нас: