Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
17 Октябрь 2022, 11:55

Башҡортостанда «Йыл эшҡыуары - 2022» республика конкурсы башлана

Конкурста бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына индерелгән, республика биләмәһендә теркәлгән шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр ҡатнаша ала. Конкурс 2022 йылдың 12 октябренән 30 ноябренә тиклем ике этапта уҙғарыла: һайлап алыу (муниципаль) һәм һуңғы (республика).

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы")  милли проекты сиктәрендә «Йыл эшҡыуары - 2022» республика конкурсы башлана. Бәйге иң яҡшы эшҡыуарлыҡ тәжрибәләрен һәм ҡаҙаныштарын популярлаштырыуға, Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индергән иң уңышлы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын асыҡлауға һәм дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

- Конкурс Башҡортостанда 2005 йылдан башлап уҙғарыла, һәм был ваҡыт эсендә төбәктең эшлекле тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелде. Бөгөн “Йыл эшҡыуары” - эшҡыуарҙарҙың ярышы ғына түгел, ә уңышлы бизнес вәкилдәрен берләштергән һәм уларға тәжрибә уртаҡлашырға, бер-береһенә ярҙам итергә мөмкинлек биргән майҙансыҡ та. Хәҙер, ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа, был айырыуса мөһим, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Конкурста бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына индерелгән, республика биләмәһендә теркәлгән шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр ҡатнаша ала. Конкурс 2022 йылдың 12 октябренән 30 ноябренә тиклем ике этапта уҙғарыла: һайлап алыу (муниципаль) һәм һуңғы (республика).

Һайлап алыу (муниципаль) этабын 2022 йылдың 12 октябренән 31-енә тиклем муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре үткәрә. Һайлап алыу турында еңеүселәр өсөн аҙаҡҡы (республика) этаптың ғариза кампанияһы 2022 йылдың 1-11 ноябрендә үтә. Бүләкләү тантанаһы 2022 йылдың декабрендә үтә.

Конкурсанттарҙың эшмәкәрлеге 2020-2021 йылдарҙың эш һөҙөмтәләре буйынса баһалана. Конкурс йомғаҡтары буйынса түбәндәге һәр номинацияла бер еңеүсе билдәләнә:

- етештереү (бәләкәй (микро) предприятие; - ауыл хужалығы; - күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү; - туризм; - бизнес өсөн консалтинг хеҙмәттәр; - көнкүреш хеҙмәттәре; - инновациялар һәм яңы технологиялар; төҙөлөш; IT һәм һанлы технологиялар; - транспорт, транспорт логистикаһы һәм автосервис хеҙмәттәре; - халыҡ-художество кәсептәре; - йәмәғәт туҡланыуы; - йәш эшҡыуар (шәхси эшҡыуар йәки 35 йәшкә тиклемге ойошма етәксеһе); - ғаилә бизнесы;- йылдың ҡатын-ҡыҙҙар проекты; - йылдың социаль эшҡыуары.

 Конкурсты ойоштороусы - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда «Йыл эшҡыуары - 2022» республика конкурсы башлана
Башҡортостанда «Йыл эшҡыуары - 2022» республика конкурсы башлана
Автор:
Читайте нас: