Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
25 Август 2022, 16:35

Ғафури районында доломит оно етештереләсәк

Иҫәп буйынса, инвестиция проекты хаҡы 131,3 миллион һум тәшкил итә, предприятиела 24 яңы эш урыны булдырыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә Башҡортостанды үҫтереү корпорацияһы инвесторҙарға яңы бизнес тәҡдим итте. Кейстың концепцияһы – Ғафури районында доломит оно етештереүен асыу. Доломит оно сәнәғәттең төрлө тармағында -  ауыл хужалығында, быяла, янғынға ҡаршы һәм юғары температураға бирешмәүсән материалдар эшләүҙә, төҙөлөштә, шулай уҡ мал аҙығы етештереүҙә ҡулланыла. Иҫәп буйынса инвестиция проекты хаҡы 131,3 миллион һум тәшкил итәсәк, предприятиела 24 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

-  Ғафури районында һигеҙ доломит ятҡылығы бар. Был бизнес-проектты тормошҡа ашырыу өсөн Корпорация белгестәре тарафынан элекке быяла заводы бинаһында инвестмайҙансыҡ һайланған. Проект буйынса финанс-иҡтисади күрһәткестәр ҙә бар, - тип билдәләне БР Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Кейста шулай уҡ инвесторға проектты тормошҡа ашырыуҙа ниндәй дәүләт ярҙамы ҡаралыуы тураһында тулы мәғлүмәт тә бирелә.

Автор:
Читайте нас: