Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
29 Июль 2022, 18:05

Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора

Бөрйәндең иҫ киткес матурлығын икенсе ракурстан күрергә, көндәрен тәбиғәт ҡосағында, файҙалы, күңелле итеп үткәрергә, матур йәйге фотолар эшләргә теләүселәр өсөн бөгөнгө көндә мөмкинлектәр бихисап. Кемдәрҙер Ағиҙел йылғаһы буйлап кәмәләрҙә, катамарандарҙа аға, тауға күтәрелә, кемдер һуңғы ваҡытта билдәлелек яулай барған сапбордтарҙа йөрөй. Нимә һуң ул сапборд? Инглиз теленән тәржемә иткәндә ул һалға баҫып, ишкәк менән йөҙөүҙе аңлата. Иҫке Собханғол ауылының тырыш, дәртле егеттәренең береһе Фидан Ҡулбирҙин тап ошондай ысул менән ял тәҡдим итә.

Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора

Фидан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында педагог-психолог һөнәрен алып сыҡҡан. Алған белеме уға эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Заманса йүнәлешле был шөғөлөн ул былтыр башлап ебәргән. Сапбордтарҙы үҙ көсө менән йыйған аҡсаһына Мәскәүҙән алдырған. Тәүҙә ете сапборды булһа, уларҙың һаны хәҙер 17-гә еткән.

Район үҙәге менән Ағиҙел биҫтәһе араһындағы аҫмалы күпер янында сапбордтарҙы ҡуртымға алып, теләгән маршруттарҙа йөрөргә мөмкин. Мәҫәлән, күптәр Яңы Собханғол – Иҫке Собханғол, Иҫке Собханғол – Ишдәүләт маршруттарын һайлай, йә район үҙәге тирәһендә йөҙә. Фидан социаль селтәрҙәрҙә төрлө уйындар үткәреп, сертификаттар бүләк итә, акциялар ҙа ойоштора. Әммә уны ҡайһы берәүҙәрҙең отоштарҙа еңеп тә, килмәүҙәре бошондора.

-Бер тапҡыр ҙа сапбордҡа баҫып ҡарамаған кеше лә булдыра аласаҡ. Алдан инструкция үткәрелә, кәрәкле ҡоролмалар: ҡотҡарыу жилеты, кеҫә телефондары өсөн махсус ҡапсыҡтар бирелә, шулай уҡ инструктор оҙатыуы ҡаралған. Был йәһәттән Илгизәр Үтәғолов бик яуаплы инструктор, - ти Фидан. Фотола бәләкәй күренһәләр ҙә, киң һәм оҙон (3 метр тирәһе) таҡтаны хәтерләткән сапбордтар түңкәрелмәй, аҫтында махсус йөҙгөстәре лә бар. Август башында Фидан ярыш үткәрергә ниәтләй. Барлыҡ мәғлүмәт менән «Бәйләнештә» селтәрендә «Sup_Burzyan», прогулки на сапах, сплав Бурзяна» төркөмөндә танышырға була. Йүнсел егет тағы риэлтор эшен дә алып бара. Ул үҙенә мөрәжәғәт итеүсе райондаштарына, шулай уҡ башҡа район һәм ҡалала йәшәүселәргә тулы юридик ярҙам күрһәтә, әсәлек капиталын, ипотека йүнләүҙәрҙе бойомға ашыра. Тәүәккәл егет автобус турҙары ла ойоштора. Ял итергә килгән ҡунаҡтарға транспорт, туҡланыу мәсьәләләре өсөн борсолорға түгел - барыһы ла булдырылған. -Ҡырҙан килгәндәр түгел, ә үҙебеҙҙең райондаштар, ерле халыҡ үҙ эштәрен асһалар бик һәйбәт. Һуңғы арала йәштәр ихлас тотона башланылар. Һоҡланғыс тәбиғәте менән айырылып торған районыбыҙҙа эске туризмды үҫтереүгә мөмкинлектәр ҙур. Тик сифат, хеҙмәтләндереү яғын ныҡлап уйлаһындар ине, - тигән теләктәрен еткерҙе Фидан. Киләсәктә ғаилә ҡороу һәм башлаған эштәрен үҫтереү теләге менән янған маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы егеттең эштәре уң булһын. Бөрйәнебеҙҙең туризмын үҫтереү хаҡындағы изге уй-теләктәре тормошҡа ашһын.

Линар Ҡотлобай: - Сапбордтарҙа йөрөү бик оҡшай. 4-се тапҡыр килдем. Иҫке Собханғолда ошондай ял урыны булған өсөн бик шатмын. Сапбордта йөрөү кәйефте лә күтәрә. Башҡортостан буйлап күп сәйәхәт итергә тура килә, әммә Бөрйән тәбиғәтенән дә матурыраҡ ерҙәр юҡтыр, йылға буйҙарында ул бигерәк тә икенсе яҡтан, яңыса асыла, туризм да йылдам үҫешә. Ғаилә, дуҫтар менән ваҡыт үткәреү, ял итеү өсөн бик отошло тип һанайым һәм һеҙгә лә йөрөп ҡарарға кәңәш итәм.

Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Сапбордтарҙа йөрөү ойоштора
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: