Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
28 Июль 2022, 14:30

Йәш йүнселдәргә грант бирелә

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 25 йәшкә тиклемге йүнселдәр Башҡортостан биләмәһендә бизнесын үҫтереүгә ярты миллион һумға тиклем дәүләт грантын алыу мөмкинлегенә эйә. Аҡса конкурс һөҙөмтәһе буйынса бирелә. Ул 1 августа башлана. 

Йәш йүнселдәргә грант бирелә
Йәш йүнселдәргә грант бирелә

Мәғлүм булыуынса, йәштәрҙең проекттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы финанслана.

“Конкурста “Йәштәр эшҡыуарлығы” йүнәлеше буйынса уҡыған шәхси эшҡыуарҙар һәм ойоштороусылары араһындағы йәш йүнсел бизнестың 50 процентына эйә булған ойошмалар ҡатнаша ала. Грант бер тапҡыр бирелә, уның күләмен конкурс комиссияһы билдәләй. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуар ҙа проект хаҡының 25 процентына тиң күләмдә үҙ аҡсаһын файҙаланырға тейеш”, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

 Йәш эшҡыуарҙың проектын дәүләт 75 процент, йәғни 100–500 мең һум күләмендә финанслай. Грантты 15 йүнәлешкә тотонорға була, мәҫәлән, биналарҙы ремонтлауға йәки ҡуртымға алыуға, проект өсөн ҡорамалдар һатып алыуға, франшизаға һәм программа тәьминәтенә, инженерлыҡ селтәрҙәрен тоташтырыуға һ.б. Грант алыусы шулай уҡ өс йыл дауамында эшен туҡтатмаҫҡа һәм грант алған йылдың аҙағына тиклем хеҙмәткәрҙәр һанын һаҡлап ҡалырға тейеш.

Конкурсҡа документтарҙы Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы 1 – 12 августа ҡабул итә.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: