Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
28 Июль 2022, 13:05

Эшҡыуарҙарға ярҙам ҡаралған

Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙар грантҡа ғариза бирә ала.

Эшҡыуарҙарға ярҙам ҡаралған
Эшҡыуарҙарға ярҙам ҡаралған

Республикала социаль эшҡыуарҙарға грант алыуға ғариза биреү кампанияһы башланды. 100 мең һумдан 500 мең һумғаса күләмдәге гранттарҙы социаль эшҡыуарҙар реестрына ингәндәр ала. Был аҡса финанслауға булышлыҡ итеү шарттарында социаль өлкәләге проектты тормошҡа ашырыуға сығымдар өлөшөн ҡаплауға йүнәлтелә.

  • Дәүләт быйыл проектты тормошҡа ашырыуға социаль предприятие сығымдарының 75 процентын компенсациялай, 25 процентын эшҡыуар үҙе финанслай, - тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. – Былтыр 50-гә 50 ине. Грант алыусылар өс йыл дауамында үҙҙәренең эшмәкәрлеген, мәшғүлдәр һанын йыл аҙағынаса  һаҡларға тейеш. Гранттар конкурс нигеҙендә бирелә. Ҡатнашыусыларға мотлаҡ булған шарттар ҙа бар: бәләкәй  һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрына инергә, бюджетҡа түләү буйынса бурыстарҙың 300 мең һумдан да күп булмауы һәм башҡалар.   

 

  Конкурсҡа документтар  1-се августан 12-һенә тиклем Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм  буйынса министрлығында ҡабул ителә. Документтарҙы әҙерләү һорауҙары  буйынса тейешле консультацияны республиканың “Минең бизнесым” үҙәге офистарында йәки ҡыҙыу линия телефоны буйынса алырға мөмкин: 7 (347) 224-99-99.

Социаль эшҡыуарҙарға  финанс ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән алып барыла.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас в