Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
25 Июль 2022, 11:00

Баҫыуҙарҙа яңы техника гөрләй

Мал аҙығы әҙерләү кампанияһында 800-гә яҡын комбайн ҡатнаша, шуларҙың 60-ы быйыл һатып алынған.

Баҫыуҙарҙа яңы техника гөрләй
Баҫыуҙарҙа яңы техника гөрләй

"Мал аҙығы йыйыу кампанияһының уңышы техник ҡорамалдарҙың замансалығына ныҡ бәйле. Миҙгел эштәре барышында был айырыуса һиҙелде. Ямғырҙар араһында, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләргә тура килде. Техника паркы яҡшы булғандар кампанияны еңелерәк үткәреп ебәрҙе", — тине Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов.

Быйыл ауыл хужалығы эшсәндәре шартлы мал башына кәмендә 27 центнер бесән һәм һутлы мал аҙығы әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был - 730 мең тоннанан ашыу бесән, яҡынса 1 миллион 350 мең тонна сенаж һәм 1 миллион 200 мең тонна силос. Әлегә 454 мең гектар мал аҙығы культуралары, йәғни бөтә майҙандарҙың 61 проценты сабылған, 438 мең тоннанан ашыу бесән һәм 975 мең тонна сенаж йыйып алынған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (нацпроект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә республикабыҙҙа ауыл хужалығы тармағында эшләгән предприятиеларға техниканы яңыртыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бирелгән. Заманса техника эш һөҙөмтәһен күпкә яҡшырта.

Фотола Краснокама районының ауыл хужалығы эшсәндәре мал аҙығы әҙерләй.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: