Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
21 Июль 2022, 20:00

Инйәр буйында – яңы кемпин

Киләсәктә бында йыл әйләнәһенә килеп ял итеү мөмкин буласаҡ.  

Инйәр буйында – яңы кемпин
Инйәр буйында – яңы кемпин

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указдары менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттарына (национальные проекты “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”, “Туризм и индустрия гостеприимства”) ярашлы дәүләт ярҙамы менән Архангел районының Абҙан ауылы янында, Инйәр йылғаһы буйында яңы туристик объект асылды. Проекттың авторы – эшҡыуар Рафаэль Ғизәтуллин.

– “БашУлей” эшҡыуарлыҡ башланғысы менән дәүләт ярҙамының сағыу миҫалын тәшкил итә. Кемпинг һәм глэмпинг зоналарын төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан проект буйынса инвестиция күләме яҡынса 20 миллион һум тәшкил итә. Объекттың беренсе сираты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа индерелде. Әле кемпинг тәүге ҡунаҡтарҙы ҡабул итте лә инде. Республикала ошондай тағы бер нисә проектты тормошҡа ашырабыҙ, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Йүнсел республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетына төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһын тәшкил иткән Абҙан шарлауығы эргәһендә ял итеү урыны асыу идеяһы менән мөрәжәғәт итә. Белгестәр бизнес-проектты тормошҡа ашырыуҙы оҫта итеп ойошторорға ярҙам итә, консультация һәм методологик йәһәттән булышлыҡ күрһәтә. Проект шулай уҡ Архангел районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә лә хуплана. Йүнселгә өс гектар ер бүленә, уға юл һалыуҙа, инженерлыҡ коммуникацияларын үткәреүҙә, төҙөлөш техникаһы менән ярҙам итәләр.

Әле Рафаэль Ғизәтуллин кемпинг зонаһы төҙөлөшөн тамамлаған. Мангалдар менән 20 беседка ҡуйылған, балалар майҙансығы эшләнгән. Эшҡыуар мунсаны, спорт кәрәк-ярағын, велосипед, палаткаларҙы прокатҡа биреүҙе лә ойошторған.

Проектты артабан үҫтереү барышында йыл әйләнәһенә ял итерлек 18 урынлыҡ глэмпинг төҙөү күҙаллана.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/470013/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/288494

Автор:
Читайте нас: