Йәмғиәт
2 Октября , 12:06

Уҡытыусыларға - юғары награда

Уҡытыусылар көнө уңайынан оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында эшләүсе райондаштарыбыҙ, балаларға төплө белем биреүсе педагогтар -  Иҫке Собханғол мәктәбенең физика уҡытыусыһы Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимоваға, Ғәлиәкбәр мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Рауил Абдулхаҡ улы Ҡаһармановҡа "Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре" билдәһе тапшырылды.  Шундай уҡ награда үлгәндән һуң Илдар Шәкирйән улы Ишморатовҡа бирелде. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусыларға - юғары наградаУҡытыусыларға - юғары награда
Уҡытыусыларға - юғары награда

Илдар Шәкирйән улы оҙаҡ йылдар Яңы Усман мәктәбен етәкләне. Бик намыҫлы, тырыш, район өсөн бар көсөн һалған етәкселәрҙең береһе ине. Ул был наградаға үҙе иҫән саҡта тәҡдим ителһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алып өлгөрмәне. Билдә мәрхүмдең тормош иптәше Фирҙәүес Дамулла ҡыҙы Ишморатоваға тапшырылды.   

Уҡытыусыларға - юғары награда
Уҡытыусыларға - юғары награда
Уҡытыусыларға - юғары награда
Автор:Айгузель Уразаева