Йәмғиәт
2 Октября , 12:28

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Бөгөн район мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Унда райондың бөтә мәктәп-балалар баҡсаларынан уҡытыусылар, тәрбиәселәр саҡырылғайны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләндеМәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Мәғариф системаһы районда иң ҙур ойошмаларҙың береһе – барлығы 37 белем һәм тәрбиә биреү усағы булһа, уларҙа 295 уҡытыусы, 100-ҙән ашыу тәрбиәсе эшләй. Уларҙың ҡарамағында 2543 уҡыусы, 940 мәктәпкәсә йәштәге бала иҫәпләнә.

Балаларҙа аң-белем тәрбиәләүселәрҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Миңлеғәле улы Ҡотошов, Бөрйән районы Советы рәйесе Илшат Ғәлимйән улы Ишбулатов, район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлназ Абдулхай ҡыҙы Ғәлләмова, мәғариф бүлегенең профсоюз председателе Нурзилә Таһир ҡыҙы Шәрипова ҡотланы. Мәғариф сиситемаһында оҙаҡ йылдар эшләүсе, төрлө ҡаҙаныштарға өлгәшеүсе уҡытыусы һәм тәрбиәселәргә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлыҡтарының, район хакимиәтенең, район советының, мәғариф бүлегенең һәм профсоюз ойошмаһының маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Сараны "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, Иҫке Собханғол урта белем биреү мәктәбе уҡыусылары, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре музыкаль яҡтан биҙәне. 

 

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Автор:Айгузель Уразаева