Йәмғиәт
2 Октября , 06:51

1 октябрҙан коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артты

Торлаҡ коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар республиканың төрлө район-ҡалаларында коммуналь инфрастуктураның хәленә, объекттарҙың алыҫлығына һәм башҡа күрһәткестәргә бәйле.   

Добавить в предпочтительные источники Google
1 октябрҙан коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артты1 октябрҙан коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артты
1 октябрҙан коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артты

Башҡортостан хөкүмәте раҫлаған ҡарарҙарға ярашлы, 2026 йылдың 1 октябренән республикала түбәндәге ресурстарҙың хаҡы күтәрелде (бөтә осраҡтарҙа ла хаҡтарҙың уртаса үҫеше күрһәтелгән):

- Электр менән тәьмин итеү - 11,2 процентҡа. 1 кВт/сәғәт газ плиталары булған ҡала фатирҙары өсөн 5,55 һум, ә ауыл ерендә электр плиталары ғына булған йорттарҙа – сәғәтенә 1 кВт өсөн 3,49 һум.

- Һыуыҡ һыуға хаҡ - 10,6 процентҡа. Күп ҡатлы йортта һыуҙың бер кубометры 44,81 һумға төшәсәк.

- Йылылыҡ менән тәьмин итеү - 9,7 процентҡа. Дөйөм йорт иҫәбе приборы булған осраҡта йылытыу хаҡы 3584,10 һум/Гкал тәшкил итә.

- Газға хаҡ - 9,6 процентҡа. Шәхси йортта газ ҡаҙаны булып, газ менән өйҙө йылытыу өсөн ҡулланған осраҡта 1000 кубометр яғыулыҡ өсөн 8964,69 һум иҫәбенән һанала.

- Сүп-сарға хаҡ - уртаса 12 процентҡа. Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, сүп-сар сығарыу хаҡ операторҙың эшмәкәрлек зонаһына һәм фатирҙа йәшәүселәр һанына бәйле.

Автор:Айгузель Уразаева