

Баш агроном Ринат Хәкимов хәбәр итеүенсә, 2 сентябргә ҡарата фермерҙар тарафынан 4153 тонна бесән һәм 35 тонна һалам әҙерләнгән. Был планға ҡарата 123% тәшкил итә, йәғни план уңышлы үтәлгән.
Фермерҙар Йәлил Әлибаков, Фидәил Моратшин, Рәмил Ҡарасурин, Илдар Норотколов, Фәһим Хәйбуллин айырыуса тырышлыҡ күрһәткән - мал-тыуарҙы имен-аман ҡышлатыу өсөн аҙыҡ запасын улар артығы менән әҙерләгән.
Иген урыуҙа КФХ башлыҡтары Фәнис Сәйәхов һәм Фирғәт Хәйбуллин айырылып тора.
Фәнис Сәйәхов Күҙгәнәк һәм Алты мөйөш яландарында һоло урыуҙы тулыһынса тамамлаған. Уртаса алғанда, һоло уңдырышлылығы гектарҙан 30-32 центнер тәшкил иткән. Әле хужалыҡта бойҙай урыу бара, тиҙҙән арпа урырға төшәсәктәр.
Фирғәт Хәйбуллин быйыл 55 гектарҙа һоло һәм арпа сәскән ине. Бөгөнгө көнгә һоло сәселгән баҫыуҙар тулыһынса урылған, уның уңдырышлылығы гектарынан 20 центнер тирәһе булған. Әле игенселәр Оло яланда арпа ура. Шул уҡ ваҡытта киләһе йыл уңышы тураһында ла хәстәрлек күрелә - ужым культураларын сәсеү өсөн ерҙе туңға һөрөү эштәре алып барыла.