Йәмғиәт
17 Август , 05:05

Йылы йәй ҡасан кире ҡайтасаҡ?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн, 17 августа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ.

Йылы йәй ҡасан кире ҡайтасаҡ?Йылы йәй ҡасан кире ҡайтасаҡ?
Йылы йәй ҡасан кире ҡайтасаҡ?

Башгидромет фаразы буйынса, республикала һыуыҡ көндәр оҙаҡҡа бармаясаҡ. 18 августан һауа массалары алмашына башлаясаҡ, һәм республикаға йылы йәй кире ҡайтасаҡ. Көндөҙгө температура +21, +24 °C тиклем күтәреләсәк. Йылы һәм ҡоро һауа торошо Башҡортостанға кесаҙна көнө, 20 августа әйләнеп ҡайтыр.

Бөгөн, 17 августа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса, көндөҙ урыны менән көслө буласаҡ. Көндөҙ һауа температураһы +15, +20 градус буласаҡ.

18 һәм 19 августа ла аҙыраҡ ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Төнөн температура +5, +10-гә төшәсәк, көндөҙ +18-ҙән +25 градусҡа тиклем буласаҡ.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас