

Һорауҙарға район хакимиәте ҡарамағындағы капиталь төҙөлөш бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы Айҙар Зәйләғи улы Ҡолһарин яуап бирә.
-Аҡбулат ауылына автомобиль юлының оҙонлоғо 5,5 саҡрым. Был юл 2024 йылдың 28 июнендә кадастр иҫәбенә ҡуйылды. Ул Кейекбай ауыл советы ауыл биләмәһенә ҡарай. 2024 йылда Аҡбулат юлының 1 км - 1700 км арауығында ремонт эштәре үткәйне.
Иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, юлды тулыһынса ремонтлау өсөн яҡынса 32,6 млн һум күләмендә финанс сығым талап ителә. Район бюджетының 80 проценты республика бюджетының дотациялары иҫәбенән булыуын иҫәпкә алып, әлегә был юлды төҙөкләндереү мөмкинлеге юҡ. Уңайы сығыу менән райондың юл фонды иҫәбенә Аҡбулат ауылы юлының иң насар участкаларында ремонт эштәре башҡарыласаҡ.
Икенсе һорауға килгәндә, асыҡланыуынса, район ойошма-учреждениеларының береһендә лә район халҡын хеҙмәтләндереүсе сантехник штаты юҡ. “Алағуян” муниципаль унитар предприятиеһында үҙ ҡулланыусыларын был хеҙмәт менән тәьмин итеүсе 3 сантехник бар. Ойошманың һыу селтәрҙәре менән ҡулланыусылар уларҙы өйҙәренә саҡырта ала. Ремонт эштәре өсөн заявка биреү телефондары: 3-52-82, 8-937-492-72-60.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Халыҡ трибунаһы” рубрикаһына үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы яҙып ебәрә алаһығыҙ. Хаттар "Таң" гәзите төркөмөнә йәки ватсапҡа (8-905-354-44-95) ҡабул ителә.