Юл-патруль хеҙмәтенең махсус батальоны хеҙмәткәрҙәре автомобиль юлдарына рейдҡа сыҡты:
- М-5 "Урал" (1307 һәм 1495 км);
- Өфө-Ырымбур (218 км);
- Өфө-Бөрө-Яңауыл (103 км);
- Өфө-Белорет (204 км).
Масштаблы тикшереүҙең төп маҡсаты - юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү. Инспекторҙар водителдәрҙе тикшерә, шулай уҡ пассажир балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен контролдә тота.
Дәүләт автоинспекцияһы водителдәргә үҙҙәре менән тулы документтар пакетын йөрөтөү, тиҙлек режимын үтәү һәм тикшереү өсөн туҡталырға әҙер булыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.