Йәмғиәт
13 Августа , 11:35

Республика Башлығы Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән танышты

13 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Киров районында Ленин исемендәге паркта булды. Төбәк етәксеһе йәмәғәт киңлеген реконструкциялау барышы менән танышты. Объектта эштәрҙе Республика көнөнә тамамларға планлаштыралар.

Республика Башлығы Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән таныштыРеспублика Башлығы Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән танышты
Республика Башлығы Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән танышты

Подряд ойошмаһы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, паркта проектта ҡаралған эштәрҙең күп өлөшө башҡарылған. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен яңыртҡан, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, амфитеатрҙы монтажлаған. Парк биләмәһендә ике фонтанды реконструкциялау, Зәки Вәлиди урамы яғынан тарихи арканы тергеҙеү буйынса эштәр, шулай уҡ йәйәүлеләр юлдарына плиткалар һалыу дауам итә.

 

Бынан тыш, бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн маршрут йыһазландыралар, бәләкәй архитектура формалары ҡуялар, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажлайҙар.

 

Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов билдәләүенсә, парк ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Яңыртылғандан һуң ул баш ҡаланың тарихи үҙәгендә үҙенә тартып торған урындарҙың береһе буласаҡ.

 

Төбәк етәксеһе йәмәғәт киңлеге биләмәһен ҡараны һәм подрядсы менән эштәрҙе тамамлау пландарын тикшерҙе.

 

– Өфөнөң Ленин исемендәге паркы реконструкциянан һуң республикабыҙҙа иң матур йәмәғәт урындарыныңың береһе буласаҡ. Һәм ул октябрҙә, Республика көнөнә, асылырға тейеш тә инде. Шуға күрә уға иғтибарҙы арттырҙыҡ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙ паркты мемориаль урын итеп ҡарарға түгел, уны йәйәү, шул иҫәптән балалар менән йөрөү өсөн яҡшы, уңайлы урын итергә теләйбеҙ. Шуға күрә унда төрлө шөғөлдәр өсөн бер нисә урын бүләбеҙ. Шулай уҡ совет осоронда паркка инеү урынын биҙәгән иҫке арканы тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул иттек.

Автор:https://glavarb.ru/
Читайте нас