

"Ден" хәрби хәрәкәттәр ветераны. 1990 йылда ул афған-тажик сигендә бронетранспортер водителе сифатында тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнаша. МХО ваҡытында бер нисә орден һәм миҙал менән бүләкләнгән, ошо көндәрҙә уға "Батырлыҡ өсөн" миҙалы тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Борай районы хакимиәтендә.
Хәҙер "Ден" әүҙем тормош алып барыуын дауам итә, спорт менән шөғөлләнә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бәйләнеш тота.
"Беҙҙең бурыс - Ватанды һаҡлау. Еңеү беҙҙең яҡта булыр тип ышанам", - ти ул.