

Эмаль һауытта бер стакан һыуҙы ҡайнатырға һәм уға болғата-болғата 11 стакан сейә һалырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут ваҡыт үткәс 7 стакан шәкәр һалырға һәм тағы 10 минут ҡайнатырға. Унан һуң утын һүндерергә лә тағы ла 7 стакан шәкәр өҫтәп ул ирегәнсе болғатырға. Ҡайнатма үҙе ултырып һыуынырға тейеш. Аҙаҡ тағы бер ҡат утҡа ултыртып ҡайнатып сығарырға һәм шунда уҡ банкаларға тултырырға. Сейәнең емешен алһаң да, алмаһаң да ярай. Ҡайнатма бик тәмле һәм ҡуйы килеп сыға.
Мәғлүмәт интернет киңлегенән алынды.