Йәмғиәт
27 Июль , 05:42

Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне

25 июлдә «Шүлгән-Таш» тарихи-мәҙәни музей комплексында «ШүлгәнFest» этнофестивале үтте. Музейҙың асылыуына арналған байрам быйыл да республиканың район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар йыйҙы.

Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләнеБөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне

«Шүлгән-Таш» тарихи-мәҙәни музей комплексы 2022 йылдың 9 июлендә асылғайны. Шунан алып йылына ике тапҡыр – ҡышын һәм йәйен үткән фестиваль күптән матур йолаға әйләнде.  Уның төп маҡсаты – халыҡ уйындары, ярыштары, турнир, оҫталыҡ-дәрестәре һәм экскурсиялар аша килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының көнкүреше, мәҙәниәте менән таныштырыу.

Фестиваль сиктәрендә Шүлгән-Таш кубогына үткән традицион уҡ атыу һәм Урал батыр кубогына үткән милли көрәш уйындарында Әбйәлил, Архангель, Баймаҡ, Бөрйән, Дыуан, Ейәнсура, Ҡараиҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Хәйбулла райондарынан, Сибай, Өфө, Күмертау ҡалаларынан командалар ҡатнашты.

Уҡ атыу ярышында абсолют еңеүсе булып Баймаҡтан Илфат Мырҙағәлин табылды. Мәргәнлектә уға етеүсе булманы. Шәхси зачет буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Илүзә Нурутҡолова (Бөрйән) һәм Миләүшә Хәлилова (Әбйәлил), ир-егеттәр араһында Ғәфүр Рахманғолов (Баймаҡ), Сынбулат Юлбирҙин (Бөрйән) иң күп мәрәйҙәр йыйҙы. Командалар араһында еңеүҙе Баймаҡ уҡсылары яуланы.

Милли көрәштә үҙ ауырлыҡ категорияларында Рамаҙан Һөйәрәмбәтов, Вадим Кәримов, Таһир Тайғонов, Сәрүәр Аннаев, Айгиз Кинйәбаев, Ислам Һөйәрәмбәтов, Дамир Насретдинов, Искәндәр Арыҫланов (Стәрлебаш районы), Айназ Хәлитов һәм Илдар Хәлитов (Мәләүез), Солтан Миңлебаев (Баймаҡ) еңеүсе булды. Ир-егеттәр араһында Арслан Солтанбаев (Ейәнсура), Динар Латыпов һәм Эдуард Ишмурзин (Дыуан), Азамат Собханғолов (Стәрлебаш) тәүге урындарҙы алды. Көрәшселәр ярышы 500-ҙән артыҡ тамашасыны йәлеп итте.

Килгән ҡунаҡтарға Бөрйән, Әбйәлил райондарының, Учалы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск ҡалаларының оҫталары үҙ эштәренән һатыу-күргәҙмә тәҡдим итте. Йәрминкәлә туристар күндән, ағастан, таштан эшләнгән әйберҙәр, төрлө биҙәүестәр, селтәр-ҡашмауҙар, милли орнаменттар менән сигелгән кейемдәр, боронғоса эшләнгән сыбыртҡылар, һабын, уйынсыҡ, үлән сәйҙәре һәм башҡа бик күп ҡул эштәре һатып алып ҡыуанды. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, милли музыка ҡоралдары ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнап ҡарау мөмкинлеге алды. Быға тиклем ойоштороусоларға оҫталарҙы эҙләп алырға тура килһә, хәҙер улар үҙҙәре фестивалгә килергә теләк белдереп алдан белешеп ҡуялар. “ШүлгәнFest” ҡул эштәрен үҙ районыбыҙҙа ғына түгел, башҡа тарафтарға ла танытыу мөмкинлеге бирә”, - ти улар.   

Фестиваль ҙур байрам концерты менән тамамланды. Унда республиканың билдәле сәхнә йондоҙҙары Рәсүл Ҡарабулатов, Заһир Иҫәнсурин, Нәркәс Сиражетдинова, Нәжиб Юлдашбаев, Азат Йыһаншин, «Дәрүиш-Хан» төркөмө һәм DJ Хан сығыш яһаны. Матур тамашаны ҡарарға ике меңдән артыҡ халыҡ йыйылды.

Быйыл да фестиваль Бөтә Рәсәй күләмендә үтеүен тағы бер ҡат иҫбатланы. Әйткәндәй, фестиваль 2023 йылда туризм өлкәһендәге Russian Event Awards халыҡ-ара премияһында “Иң яҡшы этномәҙәниәт сараһы” номинацияһында 3-сө урын, ә «Шүлгән-Таш» музей комплексы туристик саралар үткәреү өсөн иң яҡшы музей-күргәҙмә майҙансығы булараҡ  Гран-при яулағайны.

 

Фотолар: https://vk.ru/shulgantashcave төркөмөнән

Б.Тимерғәлиев фотолары: https://vk.ru/album-13580677_310389602

 

Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Бөрйәндә «ШүлгәнFest» этнофестивале гөрләне
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас