

Сираттағы гуманитар ылауҙы алып барып тапшырып ҡайтыусы Олег Марс улы:
-Гуманитар ярҙамды алып барып тапшырҙыҡ, һәр кемгә тәғәйен әйберҙәр урын еренә барып етте. Барлығы 4 фура барҙы, шуның икәүһе беҙҙең райондан. Дөйөм алғанда, МХО башланғандан алып райондан 50 автомашина, 47 мобиль мунса ебәрелде. Был район халҡының әүҙем, берҙәм булыуын күрһәтә. Киләсәктә лә берҙәм булайыҡ. Яугир егеттәргә ярҙам бик кәрәк, беренсе урында - автомашиналар, - тине.
Шуға ла район ветеран-моряктар ойошмаһы МХО-ға бер автомашина менән ярҙам итергә һөйләште.
Артабан сара бүләкләүҙәр менән дауам итте. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәтеүсе Баймырҙин Айтуған Рафаил улына “МХО-ға булышлыҡ иткәне өсөн” миҙалы, Ишмөхәмәтов Юлай Сәйетғәле улына, Латыпов Рәмил Мирза улына, Ырыҫбаев Азат Ғиниәт улына Бөтә Рәсәй ветерандары ойошмаһының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Сарала ҡатнашыусылар хәрби ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған ҡаһарман яугирҙар хөрмәтенә стелаға сәскәләр һалды, яҡташтары иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән ҙурланы.