

"Макс хәҙер яҡындар һәм коллегалар менән аралашыу ысулы ғына түгел, ә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыу, шәхесте, йәште раҫлау һәм хатта дәүләт асҡысы ярҙамында электрон документтарға ҡул ҡуйыу өсөн универсаль платформаға әйләнде. Халыҡтың әүҙемлеге арта барыуын күрәбеҙ - мессенджерҙа власть органдарының һәм учреждениеларҙың дәүләт мәғлүмәт каналдарының дөйөм аудиторияһы 500 меңдән ашып китте, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Макста иң популяр төбәк сервистары:
Запись на прием к врачу
МФЦ Республики Башкортостан
Elschool Башкортостан
Молочная кухня
ГУП РБ «Уфаводоканал»
Макстағы был дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр, белешмә, мәғлүмәт алыу мөмкинлеген биргән чат-боттар рәүешендәге электрон сервистарҙы үҫтереү “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы трансформациялау” милли проекты (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») маҡсаттарына тап килә.
Сығанаҡ: БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.