

Ял итергә килеүсе балалар тәүге көндәрҙә үк лагерь тормошо менән танышып та өлгөргән. Уларға танышыу, берҙәмлекте нығытыу йәһәтенән төрлө уйындар, лагерь директоры Илшат Ҡулбирҙин һәм “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһы хеҙмәткәре Айгөл Ибраһимова менән осрашыу үткәрелгән. Балаларға бигерәк тә саф һауала йүгереү, һикереү кеүек уйындар оҡшай. Шуны иҫәпкә алып, физкультура етәксеһе Гөлдәриә Ишемова күңелле старттар ойошторған.
9 августҡа тиклем дауам итәсәк сменаның ял һәм тәрбиәүи саралар планына түңәрәк өҫтәл, ижади конкурстар, “Шүлгәнташ” мәмерйәһенә сәйәхәт, мауыҡтырғыс уйын һәм ярыштар ингән.