Йәмғиәт
21 Июля , 07:00

Андрей Назаров инвестиция һабантуйына саҡыра

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бизнес берләшмәләре вәкилдәрен “Урал аръяғы-2026” инвестиция һабантуйына саҡырҙы һәм был майҙансыҡтың стратегик әһәмиәтен билдәләне.  

Андрей Назаров инвестиция һабантуйына саҡыраАндрей Назаров инвестиция һабантуйына саҡыра
Андрей Назаров инвестиция һабантуйына саҡыра

“Республикабыҙҙа уҙғарылған “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы күптән инде эшлекле осрашыу ғына түгел. Бөгөн ул – барлыҡ илебеҙ өсөн үҫеш мөмкинлектәрен киңәйткән төп идеялар майҙансығы. Йылдан-йыл контракттар суммаһы ғына артмай, ә проекттарҙың кимәле лә күтәрелә бара. Ошоноң менән Башҡортостан әлеге шарттарҙа эш тиҙлеген һаҡлап ҡына ҡалмайынса, заман саҡырыуҙарын үҫештең ҡеүәтле этәргесенә әйләндереү мөмкинлеген раҫлай”, – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры.

“Урал аръяғы-2026” VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 13 – 15 августа Сибай ҡалаһында була. Төп тема – “Еңеү иҡтисады”. Сараны ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:
Читайте нас