Йәмғиәт
17 Июля , 05:00

"Шүлгәнфест"ҡа рәхим итегеҙ!

25 июлдә «Шүлгән-Таш» тарихи-мәҙәни музей комплексында сираттағы «ШүлгәнFest» йәйге этнофестивале үтәсәк. Байрам программаһында төрлө ярыштар, оҫталыҡ дәрестәре, йәрминкә, асыҡ һауала концерт ҡаралған.

"Шүлгәнфест"ҡа рәхим итегеҙ!"Шүлгәнфест"ҡа рәхим итегеҙ!
"Шүлгәнфест"ҡа рәхим итегеҙ!

Фестивалдә уҡ атыу буйынса Шүлгәнташ Кубогына ярыштар, милли көрәш буйынса Урал батыр Кубогына турнирҙар уҙасаҡ, һөнәрселек йәрминкәләре һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ. Байрамда теләгән һәр кем охранан буяу эшләп тә, уҡ атып та үҙҙәрен һынап ҡарай аласаҡ.

Сара билдәле артистар Рәсүл Ҡарабулатов, Заһир Иҫәнсурин, Нәркәс Сиражетдинова, Нәжип Юлдашбаев, DJ Хан һәм «Дәрүиш-хан» төркөмө ҡатнашлығында асыҡ һауала концерт менән тамамланасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Шүлгән-Таш» музей комплексы 2022 йылдың 9 июлендә асылды. Асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һәм Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Монголияның алдынғы ғалимдары ҡатнашты.

- Беҙ был музейҙы бик оҙаҡ һәм тырышып төҙөнөк. Ата-бабаларҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫы һәр кемгә асыҡ булыуын теләйбеҙ. Шүлгәнташ мәмерйәһе - кешелек цивилизацияһының барлыҡҡа килеү үҙәге. Уның менән «Аҡбуҙат», «Урал батыр» һәм башҡа боронғо ҡобайырҙар бәйле. Беҙҙең өсөн ул республикабыҙҙың йөрәге һәм күңеле, — тигәйне ул саҡта Радий Хәбиров.

Бөгөн "Шүлгән-Таш” - ул ябай музей ғына түгел, бында килеүселәр экспозициялар менән танышып ҡына ҡалмай, экспонаттарҙы тотоп ҡарай, интерактивтарҙа ҡатнаша, “ҡая һүрәттәре” төшөрә һәм музей, Шүлгәнташ тураһында тәьҫораттарын видеоға яҙҙыра ала. Музейҙа боронғо һүрәттәрҙең теүәл күсермәләре, хайуандарҙың ҡаҙылма һөйәктәре, минералдарҙың уникаль коллекциялары тупланған.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә музей бик күп абруйлы премиялар лауреаты булыуға иреште: Russian Event Awards Гран-приһы, «Башҡортостан туриндустрияһы лидерҙары» конкурсында еңеүҙәр яуланы, ә быйыл Д.С. Лихачев исемендәге музей эше өлкәһендә III милли премияның «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы.

- Был еңеүҙәр - ысын милли байлыҡты: боронғо рәсемде, артефакттарҙы, легендаларҙы, Башҡортостандың күңелен һаҡлауыбыҙҙы һәм бөтә донъяға күрһәтеүебеҙҙе таныу. Һәм беҙ быны илдең иң яҡшы музейҙары менән бер рәттән эшләйбеҙ, — тип билдәләне музей директоры Фәүзил Маликов.

2025 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһе палеолит осорондағы ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәре менән ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.

25 июлдә һәр кемде байрамдың бер өлөшө булырға, боронғо тарихҡа ҡағылырға һәм йолаларҙың көсөн тойорға саҡырабыҙ.

"Шүлгәнфест"ҡа рәхим итегеҙ!
"Шүлгәнфест"ҡа рәхим итегеҙ!
Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас