

Байназарҙа - рәссамдар йыйылды
Бөрйән районының Байназар ауылында 6 - 17 июль көндәрендә Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә илһамланып ижад итеүсе күренекле рәссамдарҙың
илебеҙ халыҡтарының ижади мираҫына арналған, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының йыл барышы саралар программаһына ярашлы Бөтә Рәсәй кимәлендәге, рәсем төшөрөргә яратыусыларҙы, ҡыҙыҡһыныусыларҙы үҙенә йыйған пленэр бара. Был сараны республикабыҙҙағы БАССР - ҙың атҡаҙанған рәссамы Алексей Кузнецов исемендәге мәктәбе ойоштора. Билдәле булыуынса, ошо ҙур кимәлдәге конкурс положениеһына ярашлы, БР мәҙәниәт министрлығының мәғариф буйынса Республика уҡыу - методик үҙәгенән
Рәсәй конкурсына заявка ебәреп, ҡатнашыу хоҡуғы алған Байназар мәктәбе заявкаһы ыңғай яуап алған.
Байназарға, Башҡортостаныбыҙҙан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәһенән, Ростов на Дону һәм башҡа яҡтарҙан килгәндәр.
Йәй миҙгеле - рәссамдар өсөн иң көтөп алынған осор, ижади сәйәхәттәр ваҡыты һәм асыҡ һауалағы пленэрҙа ҡатнашыу мөмкинлеге. Натуранан төшөрөргә улар һәр ваҡыт шат.
Илһамланған рәссамдар бик ҙур ихласлыҡ менән эшләйҙәр. Асыҡ һауала ижад итергә өйрәтергә килгән 22 ҡунаҡ араһында художество мәктәптар, колледждар, институт уҡытыусылары ла бар.
- Тәьҫораттарҙы бүлешеп, аңлатып бөтөрлөк түгел.
Урын шул тиклем ғәжәпләнерлек, бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, - ти рәссам, БАССР - ҙың атҡаҙанған рәссамы Алексей Кузнецов исемендәге мәктәп уҡытыусыһы, башҡорт рәссамы һәм педагог, Рәсәй, БР рәссамдары Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Хәйрулла улы Мостаев.
- Пленэрҙың төп маҡсаты — рәсем төшөрөргә өйрәтеү генә түгел, ә йәштәргә әйләнә - тирәләге матурлыҡты күрергә, үҙ ереңде яратырға һәм ошоно иҗад аша тапшырырға ярҙам итеү, төрлө яҡтан үҫешкән, киң эрудициялы, һәләтле, илһөйәрлек хисе менән янған бала тарбиәләп үҫтереү, төбәктә йәшәүселәрҙең рухын байытыу, куңелдәрендә яҡтылыҡ уятыу. Темаһын Бөрйән тәбиғәтен һүрәтләүгә , пейзаждар эшләүгә, ерле халыҡтың портреттарын төшөрөүгә бағышланыҡ.
Байназар мәктәбе яны интернатына килеп урынлаштыҡ. Мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев етәкселегендә мәктәп интернатында яҡты йөҙ, йылы һүҙ, яҡшы уңайлыҡтар менән ҡаршы алдылар. Шул тиклем дә ҡәнәғәтбеҙ.
Яҡын - тирә ауылдарҙан дә балалар килеп пленэр эшендә ҡатнашып, күп яҡлы һәләттәрен аҫтынан, матурлыҡты тойорға, булдырырға өйрәнделәр.
Мораҙым мәктәбе уҡыусылары ла уҡытыусылары Айгөл Фәйзрахман ҡыҙы, Моратшина Гүзәл Фәнис ҡыҙы менән килделәр был сараға.
Балалар, ҡыҙыҡһынған халыҡ һынлы сәнғәттең төрлө техникаһын ҡулланып, тирә - яҡты, тыуған ерҙәрен нисек тойоуҙарын ҡағыҙ битенә күсерҙе.
Һынлы сәнғәт уҡытыусылары ҡәләм һәм ҡылҡәләмдәр менән эш итеүҙең серҙәрен асты, уҡыусыларға буласаҡ рәсемдәрен күҙ алдына килтерә белергә өйрәттеләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр.
Байназар һәм башҡа ауылдарҙан килгән йыйылыусыларҙы мөхит үҙенә шул тиклем ылыҡтырҙы.
Пленэр һөҙөмтәлелеге һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттары менән тамамланыуға табан бара.
Рәссамдар 5-се көн рәттән Бөрйән районының Байназар ауылында башҡорт халҡының көнкүреше менән дә киңерәк танышалар.
Ерле халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы көндән - көн арта ғына бара.
Ә инде 16 июль көнө 14.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда әллә нисә көн буйы барған пленэрҙың күргәҙмәһе халыҡҡа ҡуйыла. Бик үҙенсәлекле, йылы атмосфералы килеп сыҡмаҡсы. Бөтә теләүселәр ҙә, ауылдарҙан да теләүселәр килеп ҡатнаша ала. Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
Был мәртәбәле сарала шулай уҡ Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.
Бер - нисә көн дауамында
рәссамдар, уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар бергәләп ауылды ҡағыҙға төшөрҙөләр һәм эштәрендә илебеҙ мәҙәниәтенең матурлығын һәм күп төрлөлөгөн күрһәтергә тырыштылар.
Уның менән һынлы сәнғәтте үҙ иткәндәрҙең күбеһе танышып өлгөрөр, тип ышанабыҙ. Тик Бөрйән районының Байназар ауылына һәм башҡа ауылдарына арналған күргәҙмәлә барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла сертификаттар, айырыуса әүҙем катнашҡандарға пленэрҙың дипломдары тапшырыласаҡ.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: бында рәссамдар үҙ - ара тәжрибә уртаҡлашып, асыҡ һауала бергә ижад итеп, аралашып, сәнғәттең был төрөнә яңы идеялар ғына өҫтәр.
Ҡылҡәләм оҫталары тәбиғәттең, ерле халыҡтың асылын яңыса һүрәтләргә тырыша. Ошо ижади пленэрҙа яҙылған портреттар, пейзаждар күргәҙмәләргә ҡуйылып, тарихта онотолмаҫ эҙ ҡалдырыр әле, китап булып та баҫылыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ!
Күргәҙмә 16 июлдә ауыл мәҙәниәт йортонда 14.00-18.00 cәғәттәрҙә үтәсәк.
Сәйҙә Сәйәхова, Байназар мәктәбе