

Эшлекле программа сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Сәфәрҙең төп ваҡиғаһы - Радий Хәбировтың Абхазия Президенты Бәҙри Гунба менән осрашыуы.
Башҡортостан төрлө йүнәлештәр буйынса ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү менән ҡыҙыҡһына, тип билдәләне төбәк Башлығы.
- Абхазия менән системалы эште дауам итәбеҙ. Рәсәй өсөн ул - стратегик союздаш, ә Башҡортостан өсөн ышаныслы партнер. Беҙ тәүге тапҡыр яңыртылған Сухум аэропортына килдек. Өфө менән уны хәҙер тура рейстар бәйләй. Беҙҙең халыҡ улар менән әүҙем файҙалана ла инде, - тине Радий Хәбиров. - Үҙ-ара эш итеүҙең төп йүнәлештәренең береһе - туризмды үҫтереү. Башҡортостан халҡының ял итеү өсөн мөмкинлектәре күберәк булыуы мөһим. Бынан тыш, продукциябыҙҙы килтереүҙе, шулай уҡ мәҙәни һәм гуманитар проекттарҙы тикшерәсәкбеҙ.
https://glavarb.ru/ru/news/event/delegaciya-bashkortostana-pribyla-s-oficialnym-vizitom-v-abhaziyu-90039/ тәржемә ителде.