

Төбәк етәксеһе йәш белгестәрҙе колледжды тамамлауҙары менән ҡотланы һәм педагогик коллективҡа намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Бөгөн иҫтәлекле көн. Һеҙҙе еңел булмаған, әммә бик сағыу уҡыу осороноң тамамланыуы менән ҡотлайым. Алда – оло тормош, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, һәр берегеҙҙе үҙ юлы көтә. Кемдер белем алыуын дауам итәсәк, күптәр беҙҙең дауаханаларға һәм поликлиникаларға эшкә киләсәк. Нисек кенә булмаһын, һеҙ бик кәрәкле һөнәрҙәр һайлағанһығыҙ.
Башҡортостан Башлығы сығарылыш уҡыусыларына дипломдар тапшырҙы һәм артабанғы хеҙмәт юлдарында уңыштар теләне.
– Быйыл беҙҙең медицина колледждары һәм уларҙың филиалдары 3 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығара. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы уларҙы бик көтә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Беҙҙең идара итеү командаһы, һеҙ уңайлы шарттарҙа эшләй һәм кешеләргә ярҙам итеү бурысын үтәй алһын өсөн, медицина учреждениеларын әүҙем үҫтерә.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да буласаҡ йәш белгестәргә өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Быйыл Салауат медицина колледжында 255 белгес әҙерләнгән, улар «Дауалау эше», «Акушерлыҡ эше» һәм «Шәфҡәт туташы эше» һөнәрҙәре буйынса белем алған. Ә 1955 йылдан, белем биреү учреждениеһына нигеҙ һалынғандан алып, уҡыу йортон бөтәһе 12 мең кеше тамамлаған. Улар башлыса Башҡортостандың медицина ойошмаларында эшләй.