Йәмғиәт
29 Июнь , 09:30

Спекуляцияға юл ҡуйылмаясаҡ

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы Радий Хәбиров яғыулыҡ баҙарындағы ажиотаж менән файҙаланған һәм хаҡтарҙы нигеҙһеҙ арттырған компанияларға ҡарата тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты.

Спекуляцияға юл ҡуйылмаясаҡСпекуляцияға юл ҡуйылмаясаҡ
Спекуляцияға юл ҡуйылмаясаҡ

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, улар менән властарҙың айырым һөйләшеүе буласаҡ. Киләсәктә был компаниялар дәүләт субсидияларын алыу өсөн килгәс, уларҙың хаҡтарҙы арттырыу тураһындағы ҡарары иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

Хөкүмәт поставкаларға бәйле хәлде тотороҡландырыу өҫтөндә эшләй. Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, «Башнефть» менән башҡа автозаправка станцияларына нефть ебәреү тураһында килешеү төҙөлгән. Был республиканың яғыулыҡ ҡойоу станцияларына башҡа төбәктәрҙән юғары хаҡҡа яғыулыҡ һатып алыуҙан баш тартырға мөмкинлек бирәсәк.

 

Автор:
Читайте нас