

Радий Хәбировтың һүҙҙәренсә, нефть продукттарын заводтарҙан автозаправка станцияларына оҙатыу күләме арттырылған.
- Ажиотаж тулҡынын кәметербеҙ, тип иҫәпләйбеҙ, - тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
Әлеге ваҡытта министрҙар кабинеты һәм муниципалитет башлыҡтары алдында яғыулыҡҡа бәйле яһалма дефицитты бөтөрөү бурысы тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Уның әйтеүенсә, ябай автомобилселәр араһындағы көсөргәнешлекте кәметеү өсөн кешеләрҙе яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Властар поставкаларҙы арттырыу алдағы көндәрҙә хәлде яйға һалырға мөмкинлек бирер тип иҫәпләй.
Башҡортостан Башлығы республика ҡала һәм райондары етәкселәренә канистраларға бензин ҡойоуҙы тыйыу тураһындағы йөкләмәнең үтәлешен һәм АЗС-тарҙа индерелгән нормаларҙың үтәлешен күҙәтергә ҡушты.
Автор:Баныу Ҡаһарманова