Йәмғиәт
26 Июнь , 03:30

Һалымыңды түләүҙе 15 июлдән һуңға ҡалдырһаң...

Физик берәмектәрҙең килеменә һалымды  15 июлдән дә ҡалмайынса түләп ҡуйырға кәрәк. 3-НДФЛ декларацияһы нигеҙендә түләү өсөн һалым суммаһы иҫәпләнгән һалым түләүселәр 15 июлдән дә һуңламай уны түләп ҡуйырға бурыслы. Был һалымды кемдәр түләргә бурыслы?

Һалымыңды түләүҙе 15 июлдән һуңға ҡалдырһаң...Һалымыңды түләүҙе 15 июлдән һуңға ҡалдырһаң...
Һалымыңды түләүҙе 15 июлдән һуңға ҡалдырһаң...

Физик берәмектәрҙең килеменә һалымды  15 июлдән дә ҡалмайынса түләп ҡуйырға кәрәк.

3-НДФЛ декларацияһы нигеҙендә түләү өсөн һалым суммаһы иҫәпләнгән һалым түләүселәр 15 июлдән дә һуңламай уны түләп ҡуйырға бурыслы.

Был һалымды кемдәр түләргә бурыслы?

 

2025 йылда үҙҙәрендә милекселектә минималь сроктан кәмерәк булған  милекте һатҡан, яҡын туғаны булмаған кешеләрҙән ҡиммәтле бүләк алған, мөлкәтте ҡуртымға биреүҙән йәки сит илдәге сығанаҡтарҙан килем алған граждандарға түләргә кәрәк был һалымды.

Һалымды “Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Шәхси эшҡыуар һалым түләүсенең шәхси кабинеты”сервистары аша, йә  булмаһа “Һалымдарҙы йәки пошлиналарҙы түләү”интерактив сервисы аша түләргә мөмкин.

Шәхси кабинетта квитанция сығарып алып, шулай уҡ банк учреждениелары, Күп функциялы үҙәк (МФЦ), “Рәсәй почтаһы” йәки дәүләт хеҙмәте порталы хеҙмәттәре менән файҙаланырға була.

16 июлдән башлап, НДФЛ-ды түләү ваҡыты үткән һәр көн өсөн пенялар иҫәпләнә башлай. Уның күләме  Рәсәй банкының 1/300 рефинанслау ставкаһынан сығып иҫәпләнә.

Рәсәй федераль һалым инспекцияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса 30-сы район-ара инспекцияһы.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас