Йәмғиәт
26 Июнь , 12:00

26 июнь – наркоманияға ҡаршы көрәш көнө

Наркотиктар, психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте уларҙың әйләнешен ҡәтғи контролдә тотоуға, наркомания менән сирләүселәр һанын кәметеүгә, шулай уҡ наркотиктарҙың, психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше менән бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар һанын кәметеүгә йүнәлтелгән.  

26 июнь – наркоманияға ҡаршы көрәш көнө26 июнь – наркоманияға ҡаршы көрәш көнө
26 июнь – наркоманияға ҡаршы көрәш көнө

Рәсәй Федерацияһының «Наркотиктар һәм психотроп матдәләр тураһында»ғы Федераль законының 40-сы статьяһына ярашлы, табип тәғәйенләмәйенсә наркотик йәки психотроп матдәләр ҡулланыу тыйыла.

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының халыҡ һаулығына һәм йәмәғәт әхлағына ҡаршы енәйәттәр бүлегендә 9 статья бар, улар наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡағылышлы кешенең яуаплылыҡ дәрәжәһен билдәләй.

228-се статья. Наркотик һәм психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, ташыу, етештереү, эшкәртеү - 3 йылға тиклем;

228.1-се статья. Наркотиктар, психотроп матдәләр йәки уларҙың аналогтарын законһыҙ етештереү, һатыу йәки ебәреү - 4 йылдан 20 йылға тиклем;

228.2-се статья. Наркотиктар йәки психотроп матдәләр әйләнеше ҡағиҙәләрен боҙоу - 3 йылға тиклем;

229-сы статья. Наркотик йәки психотроп матдәләрҙе урлау йәки талап алыу - 3 йылдан 15 йылға тиклем;

230-сы статья. Наркотиктар йәки психотроп матдәләр ҡулланыуға этәргән өсөн - 5 йылдан 12 йылға тиклем;

231-се статья. Наркотиклы тыйылған үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтереү - 2 йылдан 8 йылға тиклем;

232-се Статья. Наркотиктар йәки психотроп матдәләр ҡулланыу өсөн притондар ойоштороу йәки тотоу - 4 йылдан 7 йылға тиклем;

233-сө статья. Наркотик йәки психотроп матдәләр алыу хоҡуғы биргән рецепттарҙы йәки ялған рецепттарҙы һәм башҡа документтарҙы законһыҙ таратҡан өсөн - 3 йылға тиклем;

234-се статья. Көслө тәьҫирле йәки ағыулы матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше өсөн 3 йылдан 8 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы бирелә.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ, сәләмәт, хәүефһеҙ тормош алып барығыҙ!

 

Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас