

Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, 61 йәшлек ҡатынға таныш булмаған кеше шылтыратып, домофон асҡысын алмаштырыу кәрәклеген әйтә һәм күпме асҡыс етештереү кәрәк булыуын һорай. Мәғлүмәтте раҫлау өсөн телефонға хәбәр булып килгән кодты әйтергә ҡушы. Күп тә үтмәй был ҡатынға "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында аккаунтын емереү тураһында хәбәр килә.
Күпмелер ваҡыттан һуң тағы ла шылтыратыу була. Был юлы шылтыратыусы үҙен "Росфинмониторинг хеҙмәткәре" итеп таныштыра һәм уның енәйәтселәргә код әйтеүен, уның бөтә аҡсаларын дуҫ булмаған илдәргә ебәреү өсөн ышаныс ҡағыҙы төҙөүҙәре тураһында белдерә.
Артабан уларҙың һөйләшеүенә йәнәһе лә "ФСБ хеҙмәткәре" ҡушыла. Уныһы ҡатынды терроризмға бағымсылыҡ итеүҙә ғәйепләй, енәйәт эше асыу тураһында ҡурҡыта һәм аҡсаларын "хәүефһеҙ иҫәпкә" һалырға өгөтләй. Пенсионер ҡатын 2 аҙна дауамында Күмертау, күрше Ырымбур банкоматтарынан мутлашыусылар биргән иҫәпкә 2,7 миллион һумдан ашыу аҡсаһын күсерә.
Һуңынан ҡатын кеше был хәлде киренән уйлап ҡарап, мутлашыусылар менән эш иткәнен, аҡсаларын ысынлап та юғалтҡанын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы таныш кешеләр менән дистанцион аралашҡанда уяу булырға, үҙҙәрен кем булып таныштырһалар ҙа мәғлүмәтте тикшерергә саҡыра.
Телефон аферистары кешене стресс хәленә килтерәләр, ҡурҡыталар, ашыҡтыралар, психологик баҫым яһайҙар. Эмоцияларға һәм паникаға бирелмәгеҙ. Телефонды һүндерегеҙ, бәйләнеште өҙөгөҙ. Яҡындарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ йәки полицияға шылтыратығыҙ.
#твоябезопасность