

87 йыл элек һалынған был бейеүҙе III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы тамашасылары өсөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарасаҡ.
“Зарифа” бейеүе – йәйге кистә йәштәр уйыны барған ерҙә ике йәш йөрәктең тарихы ул. Йәшлек дәрте, саялыҡ, етеҙлек менән башҡорт халҡының бейеү сәнғәте үрелгән был номерҙа.
“Зарифа” бейеүе беренсе тапҡыр ҙур сәхнәлә 1939 йылдың 20 мартында Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының 20 йыллығына бағышланған кисәлә башҡарыла.
Ансамблебеҙҙең артистары был бейеүҙе 26 июндә 18 сәғәттә Балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһында күрәтәсәк.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.