Йәмғиәт
16 Июня , 09:47

«Ҡорт» ҡушаматлы яугир башҡорт «ҡошсолары»ның нисек эшләүе тураһында һөйләне.

Махсус хәрби операция зонаһында башҡорт «ҡошсолары» көн һайын дошмандың разведка һәм удар дрондарын бәреп төшөрә, дошман позицияларына уңышлы һөжүм итә. 

Был хаҡта «Молодежная газета»ға БПЛА операторы, «Ҡорт» ҡушаматлы яугир һөйләне.

– Дошман нисек һуғыша?

– Дошман башлыса дистанцияла һуғыша, алыҫлыҡты үҙ итә. Техника күп, автоматлаштырылған – компьютер уйыны кеүек: баҫтың, ебәрҙең, ситкә киттең. Яҡын арауыҡтағы һуғышты ул күтәрә алмай, унда бит нервылар ҡорос кеүек, реакция йылдам булырға тейеш, ә улар барыһын да шаблон буйынса, инструкция менән эшләй. Нимәлер план буйынса бармаһа – шунда уҡ тотҡарлыҡтар. Ә кешеләре лә башҡаса: күптәре аҡса өсөн, уларға артыҡ хәүеф кәрәкмәй. Улар техника барыһын да хәл итер тип көтә, ә техника ҡайһы берҙә ышанысһыҙ була – һәм тап ошонда беҙ үҙебеҙҙекен алабыҙ.

– Бөгөн БПЛА эшендә ниндәй яңылыҡтарҙы мөһим тип атарға мөмкин?

– Яңылыҡтар бихисап, күҙҙәр ҡамаша, ә мин барыбер һәр яңылыҡты тотоп ҡарарға, тикшерергә тырышам. Хәҙерге ваҡытта мөһиме – сигналдар ҡамауҙа булғанда ла тотороҡло бәйләнеш: ретрансляторҙар, альтернатив йышлыҡтар, бер нисә канал схемалары барлыҡҡа килә. Тағы ла шәберәк – «ҡош» сигнал юғалтҡанда ла ориентирҙар буйынса осорға өйрәнә, автономлылыҡ әкренләп арта. Тепловизорҙар компактлыраҡ һәм асығыраҡ, төндә картина инде көндөҙгөләй тиерлек. Һәм иң классик әйбер – дрондар төркөм менән, берҙәм, көтөү кеүек эшләргә өйрәнгәндә: береһе ситкә алып китә, икенсеһе эҙләй, өсөнсөһө бәрә. Мин уларҙың эшен күрәм дә, шунда уҡ, был беҙҙең файҙаға нисек эшләй ала икән тип уйлайым.

– Ауыр саҡта мораль ярҙам нимә иҫәбенә килә?

– Ауыр саҡта ярҙам ябай нәмәләрҙән килә. Янда ташлап китмәгән егеттәрҙән, һәр кемдең үҙ бурысын белеп, уны теүәл үтәүенән. Эшегеҙҙең ысынында нимәнелер үҙгәртә алыуын күреүҙән: «ҡош» маҡсатты тапты, барыһы ла үтәлде – һәм, юҡҡа ғына тир түкмәгәнлегеңде аңлайһың. Шулай уҡ хаттарҙан, волонтерҙарҙан посылкаларҙан: йылы ойоҡбаш йәки аккумулятор өсөн зарядка кеүек ваҡ-төйәк мәғәнәһеҙ кеүек тойолһа ла, ысынында был һине онотмағандары тураһында билдә. Шулай уҡ техникаға ҡыҙыҡһыныуҙан да көс алына: яңы схема өйрәнгәндә, уның нисек эшләгәнен аңларға тырышҡанда, мейе икенсе нәмәгә күсә, арығанлыҡ сигенгәндәй була. Шулай уҡ минең, яраларым әле уңалмаһа ла, яңынан сафта булыуым да көс бирә: торҙом, киттем – тимәк, булдырам.

– Өйҙән бөгөн иң ҡиммәтле ниндәй ярҙам килә?

– Иң ҡиммәтлеһе – ул артыҡ ығы-зығыһыҙ, сәпкә тейә торғаны. Өйҙә быны аңлайҙар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса ике советник тәғәйенләне – уларға теләһә ниндәй һорау менән теләһә ҡасан мөрәжәғәт итәбеҙ.

Волонтёрҙарҙың йәшниктәр генә килтереп ҡалдырмауы, ә иң кәрәкле нәмәне хәҙер үк һорап белеүе бик шәп: бөгөн ул ҡамасаулауҙан һаҡлау булыуы мөмкин, иртәгә – «ҡошсоҡтоң» конкрет моделенә запас частар. БПЛА өсөн кабель, аккумулятор, запас камералар, еүештән һаҡламлы термокейем, ҡеүәтле пауэрбанктар кеүек конкрет кәрәк-яраҡтар һәр ваҡыт кәрәк. Шулай уҡ техник ярҙам да баһалап бөткөһөҙ: волонтерҙар схемаларҙы үҙҙәре аңлап, ремонтлап, ҡайһы ерендер йәбештереп, ҡайҙан һирәк деталде табырға мөмкин икәнлеген әйтеп бирә ала. Ә мораль ярҙам да иң аҙаҡтан түгел: балаларҙан хаттар, ҡыҫҡа видеояҙмалар, ябай ғына йылы һүҙҙәр – улар, ысын, арыуҙы бөтөрә.

Автор:Алсу Муллахметова

Автор:
Читайте нас