

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бындай схемаларҙа ҡатнашыу енәйәти яуаплылыҡҡа килтерергә мөмкин. Әгәр кеше енәйәтте ойоштороусы булмаһа ла, картаһын йәки банк реквизиттарын өсөнсө заттарға тапшырыуы уны хоҡуҡи яҡтан был ғәмәлдәргә ҡушылыусы итеп таныта ала.
Шикле аҡса эшләү хаҡына киләсәгегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм бер кемгә лә банк карталарын, счёттарҙы һәм онлайн-банкка инеү мөмкинлеген бирмәгеҙ.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ышаныс телефоны: +7 (347) 273-73-72.