

Радий Хәбиров, республикала спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, шул иҫәптән триатлон менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база яҡшыртыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ксения Шойгу үҙ сиратында балалар һәм үҫмерҙәр араһында был спорт төрөн үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.
Осрашыу һуңында ҡатнашыусылар Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәйҙең триатлон федерацияһы араһында физик культураны һәм спортты үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
– Республика менән хеҙмәттәшлек «Геройҙар уҙышы» өсөн комплекс төҙөүҙән башланды. Бының өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ үҫештә йылдан-йыл алға барырға килештек, – тип билдәләне Ксения Шойгу. – Килешеүгә ярашлы, ҡорамалдар һатып алыу һәм балаларҙы триатлонға йәлеп итеү буйынса бер нисә перспективалы проектты тормошҡа ашырырға планлаштырабыҙ. Минеңсә, был спорт төрө балаларҙы комплекслы үҫтереү өсөн иң файҙалыһы булып тора. Төбәк етәкселегенең ошондай көслө ярҙамы менән киләсәгебеҙ ҙур, тип иҫәпләйем.
Башҡортостанда триатлон менән 947 кеше шөғөлләнә, уларҙың 314-е – ҡатын-ҡыҙҙар. Был спорт төрө Өфөлә, Ағиҙелдә, Салауатта, Ишембайҙа, Мәләүездә һәм Өфө районында киң таралған. Республикала 229 атлет «триатлон» спорт әҙерлеге программаһын һайлаған. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса 18 спортсы спорт мастерына кандидат нормативтарын үтәгән. 2025 йылда Башҡортостан триатлонсылары Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа 13 миҙалға лайыҡ булды.