Йәмғиәт
1 Июнь , 11:30

Башҡортостанда питбайк руле артында 14 йәшлек үҫмер һәләк булған

Шишмә районы биләмәһендә фажиғәле авария теркәлгән.

Башҡортостанда питбайк руле артында 14 йәшлек үҫмер һәләк булғанБашҡортостанда питбайк руле артында 14 йәшлек үҫмер һәләк булған
Башҡортостанда питбайк руле артында 14 йәшлек үҫмер һәләк булған

14 йәшлек үҫмер тыуған көнөнә бүләк ителгән питбайк менән идара иткән һәм шул уҡ йүнәлештә барған «Лада Гранта» автомобиле менән бәрелешкән. Алынған йәрәхәттәрҙән бәлиғ булмаған үҫмер урында уҡ һәләк булған. Автомобиль водителе иҫерек булмаған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, питбайк менән малай дача участкала файҙаланған.
Ваҡиға буйынса тикшереү башланған, уның барышында килеп тыуған хәлдең сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.
Республика прокуратураһы ла тикшереү алып бара.

Автор:
Читайте нас