Йәмғиәт
21 Май , 10:25

«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!

Районыбыҙҙа урынлашҡан «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы Д. С. Лихачёв исемендәге музей эше өлкәһендәге III Милли премияла «Милли байлыҡ» номинацияһында еңеү яуланы.

«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!
«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!

"Шүлгәнташ" музейы - Рәсәйҙә палеолит дәүерендәге мәмерйә ҡая сәнғәтенә арналған беренсе һәм әлегә берҙән-бер музей. Мәмерйәләге һүрәттәрҙең йәше - 16,5 – 20,5 мең йыл. Былтыр уларҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерҙеләр.

"Беҙҙең тәжрибәне тағы ла федераль кимәлдә иң яҡшыһы тип танынылар. Был уңыш менән барыһын да ҡотлайым! Беҙҙең проектҡа Рәсәйҙең иң алдынғы музейҙары - "Петергоф", "Бородино яланы", "Сталинград алышы" музей-ҡурсаулыҡтары һәм башҡа бик күптәр конкурентлыҡ итте. Ә конкурсҡа бөтәһе меңдән ашыу ғариза бирелгәйне. Шуға ла республика өсөн был еңеү айырыуса ҡәҙерле!

Иҫегеҙгә төшөрәм, беҙҙең «Шүлгәнташ» музейы - Рәсәйҙә палеолит дәүерендәге мәмерйә ҡая сәнғәтенә арналған беренсе һәм әлегә берҙән-бер музей. Мәмерйәләге һүрәттәрҙең йәше — 16,5–20,5 мең йыл. Былтыр уларҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерҙеләр.

Бөтәгеҙҙе лә, кем булған һәм кем булмаған, үҙебеҙҙең ғәжәп музейға саҡырам. Рәхим итегеҙ!, - тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!
«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!
«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!
«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!
«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!
«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!
«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!
«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!
«Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты!
Автор:
Читайте нас