Йәмғиәт
21 Май , 05:48

Нефтекамала дәүләт филармонияһы бинаһы яңыртыла

0 майҙа Нефтекамаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала филармонияһында булды һәм мәҙәни объектты капиталь ремонтлау барышы менән танышты. Эштәр «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Нефтекамала дәүләт филармонияһы бинаһы яңыртылаНефтекамала дәүләт филармонияһы бинаһы яңыртыла
Нефтекамала дәүләт филармонияһы бинаһы яңыртыла

Бында ҡыйыҡты ремонтлағандар, фасадты яңыртҡандар, витраждарҙы алмаштырғандар һәм бинаға инеү урынын, холды, гардеробты тәртипкә килтергәндәр. Шулай уҡ тышҡы яҡтан яҡтыртыу эштәрен башҡарғандар, күтәрмәне гранит менән тышлағандар, эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндергәндәр. 2026 йылға тамаша залын яңыртыу, электрҙы монтажлау, бүлмәләрҙе биҙәү эштәре, вентиляция ҡорамалдарын модернизациялау планлаштырыла.

Филармония етәкселеге менән бергә Радий Хәбиров учреждениены артабан үҫтереү, шул иҫәптән концерт майҙансығын өҫтәмә йыһазландырыу һорауҙарын тикшерҙе. Барлыҡ эштәр тамамланғандан һуң, яңыртылған филармония республиканың төньяҡ-көнбайышында тағы ла бер заманса мәҙәни майҙансыҡ буласаҡ, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Автор:
Читайте нас