Йәмғиәт
15 Май , 06:36

Яугир ни өсөн МХО-ла БПЛА операторҙары үтә лә кәрәк булыуы тураһында һөйләне

Башҡортостандан яҡташыбыҙ, “Егорка” ҡушаматлы яугир, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға өйөнә ҡайтҡан. Ул махсус хәрби операция зонаһына дуҫтары, хеҙмәттәштәре һәм ағаһы артынан ирекмән булып киткән.

Яугир ни өсөн МХО-ла БПЛА операторҙары үтә лә кәрәк булыуы тураһында һөйләнеЯугир ни өсөн МХО-ла БПЛА операторҙары үтә лә кәрәк булыуы тураһында һөйләне
Яугир ни өсөн МХО-ла БПЛА операторҙары үтә лә кәрәк булыуы тураһында һөйләне

Яугирҙең һүҙҙәре буйынса, бөгөн алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоусы аппараттар  менән эш итеү күнекмәләре айырыуса кәрәкле.

“Һәр взводта БПЛА менән эшләүсе кеше бар. Был хәҙер үтә лә кәрәкле күнекмәләр”, - тип билдәләй ул.

“Егорка” заманса технологиялар хәрби хәрәкәттәрҙә ҙур роль уйнауын, ә дрондар операторы булып хеҙмәт итеүҙең абруйлы ғына түгел, ә хәүефһеҙерәк тә булыуы тураһында һөйләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ булһа, 122 номерына шылтыратып танышырға йәки Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариатына йәки +7917-453-78-03, +7937-306-58-87, +7917-040-90-56, +7937-351-16-73 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас