Йәмғиәт
6 Май , 04:43

Республиканың төп яңылыҡтары ҡыҫҡаса

Илдең һәм Башҡортостандың һуңғы яңылыҡтары ҡыҫҡа һөйләм менән.

Республиканың төп яңылыҡтары ҡыҫҡасаРеспубликаның төп яңылыҡтары ҡыҫҡаса
Республиканың төп яңылыҡтары ҡыҫҡаса

* Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Борисович Толкачев арабыҙҙан китте. Ул оҙаҡ йылдар республика һәм уның халҡы өсөн намыҫ менән хеҙмәт итте.

* Владимир Путин «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Яғафароваға «Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы» исемен бирҙе.

* Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, 8–9 майҙа, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе байрам итеү уңайынан, ваҡытлыса тыныслыҡ килешеүе иғлан ителә.

* Башҡортостанда 68 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Еңеү көнөнә 10-ар мең һум аҡса алды.

* Республиканың МХО ветерандары ассоциацияһы «Ныҡлы ғаилә — көслө ил» девизы аҫтында быйыл 20-нән ашыу ҙур сара үткәрәсәк.

* Өфөнән Ҡаҙағстандағы Актау ҡалаһына һәм Абхазияға тура авиарейстар асыла. Сухумға тәүге рейс 7 майҙа осто.

* 43 райондың аграрийҙары сәсеүгә төштө. 214 мең гектар ер сәселгән (пландың 11%). Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Мәләүез райондары алда бара. Көҙҙән  сәселгән культураларҙың торошо яҡшы – 99%.

* Өфө – Белорет маршруты буйынса яңы ике системалы «Финист» поезы тәүге ял көндәрендә үк 2,5 меңдән ашыу пассажирҙы ташыны. Юл ваҡыты 4 сәғәткә тиклем ҡыҫҡарҙы.

* 9 майҙан Өфө – Самара маршруты буйынса «Ласточка» поездары йөрөй башлай.

* Өфөлә «Студент яҙы» фестиваленең гала-концерты уҙҙы, унда республиканың 18 вузы һәм колледжынан 500-ҙән ашыу йәш үҙешмәкәр артист сығыш яһаны.

* Башҡортостанда махсус хәрби операция тураһында медиаархив булдырыла. 5 майҙа республиканың дәүләт Киң мәғлүмәт саралары һәм Милли архивы араһында МХО тураһында әҫәрҙәргә лицензия килешеүҙәренә ҡул ҡуйылды.

* Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, 2027 йылда Яңы йыл байрамдары 11 көн – 2026 йылдың 31 декабренән 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.

* Хоккей агенты хәбәр итеүенсә, Евгений Кузнецовтың «Салауат Юлаев»тан китеүе ихтимал.

“Сәләмәтлек поездары”ның яңы миҙгеле башланғандан алып табиптар социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға шик менән 649 осраҡты асыҡлаған. Барлығы 29 меңдән ашыу ҡабул итеү һәм 7,7 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән.

* Рәсәй уҡыусыларының йәйге каникулдары 27 майҙан 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Был даталарҙы Мәғариф министрлығы билдәләне.

Автор:
Читайте нас